

Ишембай районында урманға бәшмәк йыйырға киткән ҡатын юғалған һәм уны саҡ эҙләп таба алғандар. Ундай саҡта белгестәр ниндәй кәңәш бирә?
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Башҡортостан Республикаһы дәүләт комитеты ошолай тип яҙа: “баш һуҡҡан яҡҡа теләһә ниндәй йүнәлештә бармағыҙ; 112 номеры буйынса ҡотҡарыусылар саҡырығыҙ; батареяның зарядын экономиялағыҙ; сигналдар бирегеҙ: һыҙғырығыҙ, таяҡ менән ағасҡа һуғығыҙ. Шулай иткәндә һеҙҙе тиҙерәк табасаҡтар. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ”.
Фото: социаль селтәрҙән.