

Бөгөн иртән Архангел районында, Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының 47-се километрында, юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 32 йәшлек урындағы кеше “Лада Гранта” рулендә ҡырағай хайуанға бәрелә, һуңынан юлдан ситкә сығып, ағасҡа һуғыла.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә водитель ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат була. Уның өс пассажиры дауаханаға оҙатылған. Мышы ла һәләк булған.
Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, тиҙлекте арттырмағыҙ, тыйылған урында ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ.
Фото: @bash_gibdd.