Хәүефһеҙлек
9 Октябрь 2025, 14:35

Автомобилдән бер нәмә лә ҡалмаған...

Ҡаршы һыҙатҡа сығыу фажиғәле тамамланған

Автомобилдән бер нәмә лә ҡалмаған...Автомобилдән бер нәмә лә ҡалмаған...
Автомобилдән бер нәмә лә ҡалмаған...

5 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 5-ҙә Көйөргәҙе районында, Ермолаевка – Маячный автомобиль юлының 4-се километрында, көслө авария теркәлде. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 39 йәшлек урындағы кеше идара иткән “Chery Tiggo” һәм ҡаршы хәрәкәт иткән “МАЗ” йөк машинаһына бәрелгән. Йөк автомобиле рулендә 70 йәшлек ир булған.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем үк вафат булған. Автомобилдән бер нәмә лә ҡалмаған, бары тимер өйөмө генә ята.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водителдәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоп, ҡаршы һыҙатҡа сығыуы арҡаһында булған авариялар йыш теркәлә һәм күп осраҡта улар фажиғәле тамамлана.

Хөрмәтле водителдәр, ғүмер беҙгә бер бирелгән, шуға күрә үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.

Фото: @bash_gibdd.

Автомобилдән бер нәмә лә ҡалмаған...
Автомобилдән бер нәмә лә ҡалмаған...
Автомобилдән бер нәмә лә ҡалмаған...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас