

Социаль селтәрҙәрҙә Бәләбәйҙән 18 йәшлек студенттың юғалыуы тураһында хәбәр таралғайны. Уны 23 сентябрҙән бирле эҙләнеләр. Һөйөнөскә, полицейскийҙар 5 октябрҙә уны икенсе төбәктә тапҡан, ул иҫән-һау. Тәүҙә уны урлағандар тип фараз иткәйнеләр, әле егеттең ҡурҡышынан үҙе йәшенеп ятыуы тураһында белдергәндәр.
Ваҡиға шунан башланған: Романдың апаһы полицияға уның юғалыуы тураһында ғариза бирә. Бер курста уҡыған егеттәре 23 сентябрь кис ятаҡ алдында егетте көс ҡулланып ҡара автомобилгә ултыртыуҙары тураһында һөйләй. Алдан да билдәһеҙ әҙәмдәрҙең Романға янап шылтыратыуын әйтәләр. Ошо факттар егетте урлауҙары тураһындағы фараз тыуҙыра һәм эҙләүгә ирекмәндәр ҙә ҡушыла.
Асыҡланыуынса, Роман машина һатҡан, ә уның документтары буйынса етешһеҙлектәре булған. Һатып алыусылар был турала белеп ҡалғас, уға килеп, аҡсаны кире ҡайтарыуҙы талап иткән.
Студент ҡурҡып, туғандарына ла хәбәр итмәйенсә, Башҡортостандан ситкә сығып киткән. Әле Роман өйҙә.
Уны ҡурҡытып йөрөгән кешеләргә ҡарата материал тикшереү өсөн тәфтиш органдарына ебәрелгән.
Фото: социаль селтәрҙән.