Хәүефһеҙлек
9 Октябрь 2025, 05:15

Тотош ғаилә "КамАЗ"ға бәрелеп һәләк булған

Ҡот осмалы хәл бөгөн Сибай ҡалаһында теркәлгән.

Тотош ғаилә "КамАЗ"ға бәрелеп һәләк булғанТотош ғаилә "КамАЗ"ға бәрелеп һәләк булған
Тотош ғаилә "КамАЗ"ға бәрелеп һәләк булған

Бөгөн иртәнге сәғәт 8-ҙә Сибай ҡалаһының Алтын ҡасабаһында ҡот осҡос авария булған.

БР Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәр буйынса, 41 йәшлек урындағы кеше "Skoda Yeti" рулендә алдағы автомобилде уҙып киттем тигәндә ҡаршыға килгән "КамАЗ" менән бәрелешә.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы "Skoda Yeti" водителе һәм уның 40 йәшлек ҡатыны ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе үк вафат була, уларҙың 13 йәшлек ҡыҙы медицина учреждениеһында йән бирә.

Ваҡиға урынына Дәүләт автоинспекцияһы идаралығы хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының эксперт-криминалистары юлланды. Әле унда ашығыс хеҙмәттәр эшләй.

Юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт биреләсәк.

Хөрмәтле водителдәр, тәртипле булығыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, үҙегеҙҙең һәм башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеге хаҡында уйлағыҙ.

Фото: @bash_gibdd, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Тотош ғаилә "КамАЗ"ға бәрелеп һәләк булған
Тотош ғаилә "КамАЗ"ға бәрелеп һәләк булған
Тотош ғаилә "КамАЗ"ға бәрелеп һәләк булған
Тотош ғаилә "КамАЗ"ға бәрелеп һәләк булған
Тотош ғаилә "КамАЗ"ға бәрелеп һәләк булған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас