

Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Туймазы районында, М5 "Урал" юлының 1342 километрында, көслө авария булған.
Мәғлүм булыуынса, 25 йәшлек ҡатын идара иткән "Дэу Нексия" автомобиле "Скания" йөк машинаһына бәрелгән. Бәрелеш шул тиклем көслө булған - еңел автомобиль юлдан ситкә сығып ауҙарыла һәм янып китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, еңел автомобилдәге ике өлкән кеше һәм бала ваҡиға урынында уҡ һәләк булған.
Ваҡиға урынында ашығыс хеҙмәттәр, ҡотҡарыусылар эшләй.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.