+21 °С
Болотло


Өфөлә 17 йәшлек үҫмерҙе йөк машинаһы рулендә барғанын күреп туҡтатҡандар.
2008 йылғы үҫмер “Шахман” автомашинаһы менән баш ҡаланың Ленин районы буйлап елдергән, йөрөтөү хоҡуғы юҡ. Уны “Не рули, малай!” социаль кампанияһы барышында тотҡандар. Был урынға малайҙың ата-әсәһен саҡырғандар, ә автомашина штраф туҡталҡаһына урынлаштырылған.
Ата-әсәһен административ яуаплылыҡҡа тарттырыу мәсьәләһе хәл ителә.
Фото: социаль селтәрҙән.