

Билдәле булыуынса, ҡыҙ Таиландҡа модель булып эшләргә килә, әммә уны алдап скам-үҙәккә килтерәләр, унда уны “хужаларҙы” хеҙмәтләндерергә һәм байҙарҙы аҡсаға алдарға мәжбүр итәләр. "Модель" табыш килтермәй башлағас, уның менән бәйләнеште өҙәләр.
Ҡыҙҙың ғаиләһенән кәүҙәһе өсөн 500 мең доллар түләтеүҙәрен талап итәләр, ә һуңынан уны яндырыуҙарын белдерәләр. Хәҙер туғандары көлдө тыуған иленә алып ҡайтырға тырыша.
Ошондай уҡ схема менән скам-үҙәккә читинканы алып баралар, уны тышҡы ҡиәфәте арҡаһында алмайҙар һәм ағзалары өсөн һатырға теләйҙәр, әммә ҡорбанды хоҡуҡ һаҡлаусылар ҡотҡарып өлгөрә.