

Фактчекинг башҡортса: ”Авангард" предприятиеһындағы шартлауҙан һуң социаль селтәрҙәрҙә фейктар тарала
Стәрлетамаҡтағы “Авангард” предприятиеһындағы шартлауҙы сәбәп итеп провокаторҙар селтәрҙәрҙә ялған мәғлүмәтте күпләп тарата башланы. Атыш һәм яныу тауыштары менән видеолар барлыҡҡа килә, әммә улар Стәрлетамаҡҡа ҡағылмай.
Эвакуация тураһында бер ниндәй ҙә белдереүҙәр яһалманы, “ныҡ таралған янғын” һәм “зарарлы матдәләр бүлеп сығарыу” тураһында мәғлүмәт юҡ.
Хәл контролдә тотола, ҡала халҡына бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай. Рәсми сығанаҡтарға ғына ышанығыҙ, паникаға бирелмәгеҙ һәм тикшерелмәгән видеоларҙы таратмағыҙ.
Мәғлүмәт ресурстары администраторҙарына һәм мөхәррирҙәренә раҫланмаған материалдарҙы таратмаҫҡа кәңәш итәбеҙ.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ялған мәғлүмәт баҫтырған өсөн яуаплылыҡ ҡаралған.
Мәғлүмәт: https://vk.com/wall-225926721_1348