Хәүефһеҙлек
17 Октябрь 2025, 17:05

Һигеҙ кеше ҡазаланған

Пациенттарҙың береһе реанимацияла, ә икәүһе...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, Стәрлетамаҡтағы ғәҙәттән тыш хәлдә һигеҙ кеше ҡазаланған.

Уларҙың өсәүһе урындағы ҡала дауаханаһына ебәрелгән. Пациенттарҙың береһе ауыр хәлдә, реанимацияла. Ҡалған икәүһе уртаса хәлдә, ғүмерҙәре өсөн хәүеф юҡ. Барлыҡ медицина ярҙамы күрһәтелә.

Ваҡиға урынында эҙләүҙәр дауам итә.

Предприятиеның башҡа хеҙмәткәрҙәре шартлау урынынан эвакуацияланған.

 

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас