Хәүефһеҙлек
17 Октября 2025, 17:30

Ошоға оҡшаш белдереүҙәр - ялған!

Стәрлетамаҡтағы шартлауға бәйле чаттарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә ялған мәғлүмәт таралды. Эвакуация тураһында бер кем дә иғлан итмәне. Стәрлетамаҡ башлығы ялған мәғлүмәттәргә ышанмаҫҡа саҡырҙы. 

Ошоға оҡшаш белдереүҙәр - ялған!Ошоға оҡшаш белдереүҙәр - ялған!
Ошоға оҡшаш белдереүҙәр - ялған!

Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов шартлауға бәйле социаль селтәрҙәрҙә таралған ялғанға ышанмаҫҡа, тик рәсми мәғлүмәттәрҙе генә уҡырға кәрәклеген иҫкәртә. "Бер кем дә эвакуация тураһында белдереү иғлан итмәне.Ҡала халҡына хәүеф янамай, янғын юҡ һәм һауаға ағыулы матдәләр таралмаған", тип яҙҙы социаль селтәрҙә Эмиль Шәймәрҙәнов.

Мәҫәлән, түбәндәге белдереү ялған.

Мәғлүмәт: 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас