Хәүефһеҙлек
17 Октябрь 2025, 16:10

Стәрлетамаҡта - шартлау

Хәбәр ителеүенсә...

Стәрлетамаҡтың "Авангард" прелприятиеһындағы цехтарҙың береһендә шартлау булған. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Ваҡиғаның сәбәптәре тикшерелә. Цехтың бинаһы етди зыян күргән. Завод хеҙмәткәрҙәре эвакуацияланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡазаланғандар бар, уларға тейешле ярҙам күрһәтелә.

Урында барлыҡ оператив хеҙмәттәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре эшләй.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас