Хәүефһеҙлек
17 Октябрь 2025, 21:10

Башҡортостан Премьер-министры Стәрлетамаҡҡа ваҡиға урынына килде

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы шартлау булған предприятиеға килде. Төбәк Министрҙар кабинеты етәксеһе эҙемтәләрҙе бөтөрөү буйынса оператив штаб эшен координациялай.

Башҡортостан Премьер-министры Стәрлетамаҡҡа ваҡиға урынына килдеБашҡортостан Премьер-министры Стәрлетамаҡҡа ваҡиға урынына килде
Башҡортостан Премьер-министры Стәрлетамаҡҡа ваҡиға урынына килде

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы шартлау булған предприятиеға килде. Төбәк Министрҙар кабинеты етәксеһе эҙемтәләрҙе бөтөрөү буйынса оператив штаб эшен координациялай.

- Сәбәбе әлегә билдәләнмәгән. Ваҡиға урынында республика Башлығы ҡушыуы буйынса бөтә ашығыс һәм хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәттәре эшләй. Ҡала халҡының һәм предприятие хеҙмәткәрҙәренең һаулығына хәүеф янамай. Оператив штаб ултырышын үткәрәбеҙ, унда бындай осраҡтарға юл ҡуймау буйынса өҫтәмә саралар күреләсәк, — тине Андрей Назаров.

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, хеҙмәткәрҙәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм потенциаль хәүефте иҫкәртеү буйынса бөтә саралар ҙа тиҙ арала күрелгән. Ашығыс хеҙмәттәр эҙемтәләрҙе локализациялау һәм бөтөрөү буйынса эштәр алып бара, шулай уҡ тирә-яҡ мөхит торошон күҙәтә. Бысраныу ҡурҡынысы юҡ. Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитеты идаралығы ваҡиға факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Профиль органдарға сәбәптәрҙе асыҡларға һәм булған хәлгә хоҡуҡи баһа бирергә кәрәк.

Мәғлүмәт: https://pravitelstvorb.ru/news/27692/

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас