

Бөгөн төндә Баймаҡ районында үлемесле авария булды. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Магнитогорск – Ира автомобиль юлының 143-сө километрында “Эксид” маркалы автомобиль водителе юлда торған атҡа бәрелгән. Көслө бәрелештән сит ил машинаһын ҡаршы һыҙатҡа ырғыта, унда ул “Дэу Матиз” менән бәрелешә.
Авария һөҙөмтәһендә бәләкәй литражлы автомобилдең водителе һәм ике пассажиры һәләк булған, тип хәбәр итә Башҡортостан прокуратураһы.
“Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ике йәки унан күберәк кешенең үлеменә килтергән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Аварияның шарттары һәм нескәлектәре асыҡлана.
Тағы бер ҡурҡыныс авария Өфөлә, таңғы биштә теркәлә. Юл-транспорт ваҡиғаһы Үҙәк урамда булған. “Лада Гранта” водителе идара итеүҙе юғалта һәм электр бағанаһына бәрелә.
Һөҙөмтәлә водитель һәм уның пассажиры ваҡиға урынында һәләк була. Әлеге ваҡытта һәләк булғандарҙың шәхестәре һәм аварияның бөтә шарттары асыҡлана, тип хәбәр иттеләр баш ҡаланың дәүләт автоинспекцияһынан.
Фото: ГАИ.