

Бөгөн, 20 октябрҙә, иртәнге сәғәт 9-ҙар тирәһендә Өфө районында йәйәүлене тапағандар.
Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Мармылев ауылында 27 йәшлек водитель “Форд Фокус” автмобилендә Ҡарағайлы урамында хәрәкәт иткәндә, көйләнгән йәйәүлеләр үткәүеле аша светофорҙың рөхсәт сигналына юл аша сығып барған йәйәүлене бәрҙергән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 59 йәшлек йәйәүле ваҡиға урынында һәләк булған.
Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен теүәл үтәгеҙ, үҙегеҙҙең һәм башҡа кешеләрҙең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ.
Фото: Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан.