

Ирәмәлдә өсөнсө көн Силәбе турисын эҙләйҙәр. 43 йәшлек Полина Захарова оло Ирәмәлде яуларға тип йома көндө үк юллана, әммә шул ваҡыттан алып уның менән бәйләнеш булмай.
Юғалған ҡатындың билдәләре: буйы 153 сантиметр, уртаса кәүҙәле, сәстәре көрән, күҙҙәре һоро, алһыу куртка, ҡара-ҡыҙыл салбар һәм эшләпә, һоро-зәңгәр итек кейгән.
Полинаның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән күренеүенсә, ул 2021 йылдан алып тауҙарға походҡа сығыу менән мауыға һәм Ирәмәлгә лә беренсе тапҡыр ғына күтәрелмәй.
Уны ҡотҡарыусылар һәм ирекмәндәр эҙләй.
Фото: социаль селтәрҙәр.