

Оло йәштәге ҡатын менән булған аяныслы хәл тураһында уҡығыҙ.
Өфөлә 67 йәшлек ҡатын мутлашыусылар тоҙағына эләгеп, 1,5 миллион һумын юғалтҡан. Хәл нисек булған һуң?
Яҙ көнө ҡатын танышыуҙар сайтында сит илдә йәшәүсе Хосе Петер исемле ир менән танышҡан. Ул ситтә контракт буйынса табип булып эшләүен, әммә Рәсәйгә күсергә хыялланыуын белдерә. Уларҙың аралашыуы тиҙ арала мессенджерға күсә, ир уны оҡшатыуын, бергә булырға теләүен яҙа.
Бер нисә аҙнанан ир Өфөгә осоуын хәбәр итә, хатта самолеттағы фотоһын да ебәрә. Шунан һуң ул контрактты тиҙ генә өҙөү һәм билет һатып алыу өсөн аҡса ебәреүен үтенә. Пенсионерка уның һәр һүҙенә ышанып ир күрһәткән иҫәпкә аҡса күсерә...
Бер нисә айҙа ҡатын йәмғеһе 1,5 миллион самаһы аҡсаһын алдаҡсыға оҙата. Кәрәкле сумманы йыйыр өсөн хатта алтын биҙәүестәрен дә һатырға тура килә уға. Аҡсаһы бөтөп, сираттағы тапҡыр ебәрә алмағас, “кейәү егете” юҡҡа сыға...
Зыян күреүсе полицияға мөрәжәғәт иткән.
Һаҡ булығыҙ, таныш булмаған кешеләрҙең иҫәбенә аҡса күсермәгеҙ, шикле сайттарға инмәгеҙ, һылтанмаларын асмағыҙ, үҙегеҙ тураһында шәхси мәғлүмәтте берәүгә лә әйтмәгеҙ.
Фото: https://fotobank02.ru/общество/183-море.html Автор: Розалия Хисаева.