

Республика юлдарында авариялар һаны кәмемәй. Бөгөн йәнә Магнитогорск - Белорет автомобиль юлында йәнә бер кеше фажиғәле һәләк булған. 25 йәшлек "Lada Granta" автомобиле водителе ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм "Scania" йөк машинаһына бәрелә. Бәрелешеү шул тиклем көслө була: егет ваҡиға урынында уҡ йән бирә. Магнитогорск һәм Белорет араһындағы юл күптән инде иң хәүефле юлдарҙың береһе тип һанала, юғары тиҙлек һәм тар боролоштар йыш ҡына фажиғәләргә сәбәпсе була.
Полиция юл-транспорт ваҡиғаһы урынында тикшерә, авария сәбәптәре асыҡлана.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ!
Фото: телеграм