

24 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 4-тә Кушнаренко районында, Авдон – Николаевка автомобиль юлының 43-сө километрында, “Кио Рио” автомобиле ҡаршы йүнәлештә хәрәкәт иткән “Мерседес” йөк автомобиле менән бәрелешә. Төкөү сәбәпле еңел машина икенсе “Кио Рио”ға һуғыла, “Мерседес” иһә - “Ниссан Кашкай”ға.
Юл фажиғәһендә “Ниссан Кашкай” ауҙарыла, йөк транспорты юлдан ситкә төшөп китеп ауа. Дүрт кешене дауаханаға алып китәләр.
Был авария буйынса тикшереү бара, ваҡиғаның бөтә шарттары асыҡланасаҡ.
Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ. Юл хаталарҙы ғәфү итмәй!
Фото: @bash_gibdd.