

Бөгөн таң менән 17 йәшлек үҫмер һәләк булған. Ул ВАЗ-2107 автомобилендә ҡаршы һыҙатҡа сығып, “УАЗ Патриот” менән бәрелешкән. Фажиғә Стәрлетамаҡ ҡалаһына ингән урында булған.
Водитель танытмаһыҙ йәш водитель шунда уҡ һәләк булған. Ә уның 16 йәшлек пассажирын бихисап йәрәхәттәр менән дауаханаға алып киткәндәр. “Патрит”тың водителенә лә медицина ярҙамы күрһәтелгән.
Бөгөн республикала ныҡ томанлы. Ошо сәбәпле дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙән юлға сыҡмай тороуҙы, сыҡҡан хәлдә, айырыуса иғтибарлы булыуҙарын һорай.
Фото: видеонан скриншот, "Башинформ".