Хәүефһеҙлек
27 Октябрь 2025, 10:00

Бөгөн телефонығыҙға хәбәр килдеме?

Һөжүм ҡурҡынысы янағанда...

Бөгөн телефонығыҙға хәбәр килдеме?Бөгөн телефонығыҙға хәбәр килдеме?
Бөгөн телефонығыҙға хәбәр килдеме?

Рәсәй субъекттары биләмәләрендә БПЛА осоштарының теркәлгән осраҡтары менән бәйле Башҡортостанда һөжүм ҡурҡынысы янағанда sms һәм push-хәбәрҙәр, “112”, “Ашығыс ярҙам” һәм “Рәсәй МЧС” мобиль ҡушымталары аша хәбәр итеү үткәрелә башланы.

Тәүге ошондай иғлан 27 октябрҙә булды. Был хаҡта Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итте.

– Бөгөн ошондай иҫкәртеү үткәрелде. 12.05 сәғәттә пилотһыҙ хәүеф бөтөрөлдө, – тине ул.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, бындай иҫкәртеү ярайһы уҡ һөҙөмтәле, әммә кире яҡтары бар.

– Беҙ хәбәр ебәргәндә, бер үк ваҡытта кеҫә телефоны ла эшләмәй башлай, шуға күрә кешеләр уны һуң ала. Һеҙҙең тәҡдим, ысынлап та, бик яҡшы, система булырға тейеш: кеше ошо системаға ингәс, ул хәбәрҙе шунда уҡ ала һәм кәрәкле ҡарарҙар ҡабул итеү мөмкинлеге бар, — тине Радий Фәрит улыБыл бик мөһим мәсьәлә, "юл картаһы"н эшләргә кәрәк. Бурыс – кешеләргә ваҡытында иғлан итеү. Өс төймәгә баҫырға кәрәк, һәм система эшләп китергә тейеш.

Кирилл Первов белдереүенсә, “112” мобиль ҡушымтаһын әлегә биш мең кеше генә күсереп алған, “Рәсәй МЧС”ты — 10 мең самаһы.

– Был дүрт миллион халыҡлы республика өсөн бик аҙ. Бик яҡшы тәҡдим: кеҫәлә һәр ваҡыт ағымдағы хәл тураһында кисекмәҫтән хәбәр итеү системаһы булырға тейеш. Кешеләр ваҡытын һәм эшен дөрөҫ планлаштыра алһын, – тине Радий Хәбиров.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас