Хәүефһеҙлек
27 Октябрь 2025, 05:00

Бәлки, улар үҙҙәре лә киләсәктә ҡотҡарыусы булыр

Яңы Балапанда - янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеү буйынса дәрес.

Бәлки, улар үҙҙәре лә киләсәктә ҡотҡарыусы булырБәлки, улар үҙҙәре лә киләсәктә ҡотҡарыусы булыр
Бәлки, улар үҙҙәре лә киләсәктә ҡотҡарыусы булыр

Мәктәптең беренсе сиреге тамамланды. Әле – көҙгө каникул. Аварияларҙы һәм балалар йәрәхәтләнеүен булдырмау өсөн Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Абҙаҡ ауылы янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре белем биреү учреждениеларында “Хәүефһеҙлек дәрестәре” үткәрҙе.

Янғын һүндереүселәр шундай сараларҙың береһен Әбйәлил районының Яңы Балапан мәктәбе уҡыусылары өсөн уҙғарҙы. Дәрес тышта үтте. Унда Абҙаҡ ауылының янғын часы бүлексәһе командиры Йәлил Хәйретдинов балаларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеге хаҡында иҫкә төшөрҙө. Уҡыусылар электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамауын, уттың ни тиклем хәүефле булыуын, янғын осрағында нисек эш итергә кәрәклеген, ниндәй ашығыс хеҙмәттәрҙең телефондарына шылтыратырға мөһимлеген аңланы.

Дәрескә ингәндә белгестәр уҡыусыларға утты һүндереү ҡорамалын нисек файҙаланырға кәрәклеген күрһәтте һәм улар һүндерә алған янғын төрҙәре, кластары тураһында һөйләне. Был йәһәттән махсус техника һәм ҡорамалдар менән танышыу балаларҙа айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты.

Янғын һүндереүселәр гидравлик авария-ҡотҡарыу ҡоралының эшен, хәрби кейем формаһын һәм янғын һүндереүсенең ҡорамалдарын күрһәтте. Балалар махсус костюмды ҡыҙыҡһынып кейеп ҡараны.

Хәүефһеҙлек дәресенең аҙағында балаларға сирена һәм ялтырап торған маяҡтар ҡабыҙылды, шартлы янғынды бөтөрөү өсөн һыу бирелде. Балаларға бик оҡшаны. Бәлки, улар араһынан кемдер киләсәктә ҡотҡарыусы һөнәрен дә һайлар.

Фото: Азамат Нәбиуллин.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас