+21 °С
Болотло


“Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы пансионатында бөгөн кис төтөн таралды.
Бинанан медицина персоналы һәм пансионатта йәшәгән пациенттарҙың туғандары эвакуацияланды. Зыян күреүселәр юҡ. Медицина учреждениеһы штатлы эшен дауам итә. 18 квадрат метр майҙанда янғын һүндерелде. Пациенттарҙың туғандары ваҡытлыса “Медик” мәҙәниәт йортона урынлаштырылды”, тип хәбәр итә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.