

Башҡортостандың дәүләт юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы рейдтар үткәрҙе һәм республикала бер тәүлек эсендә иҫерек килеш автомобиль йөрөткән 42 шоферҙы туҡтатты.
Автоинспекция етәксеһе Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, бөтәһе 1 500 автомобилдең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуы теркәлгән. Шуларҙан 40 осраҡ – ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығыу, йәғни иң ҡурҡынысы.
Севастьянов иҫкә төшөрөүенсә, ҡағиҙәләрҙе тупаҫ боҙғандарын күргән хәлдә был турала хәбәр итеү өсөн дәүләт автоинспекцияһында чат-бот бар – @GIBDDRB_02bot.
Фото: Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы.