

2025 йылда Башҡортостан биләмәһендә 1,3 мең гектар майҙанда 380 ҡоро үҫемлек янғыны теркәлгән, был һуңғы биш йылда республика буйынса уртаса күрһәткестәрҙән түбәнерәк. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итте. Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, янғын хәүефе миҙгеле башланыр алдынан ландшафт янғындарын бөтөрөү планы раҫланған, ул 7,5 меңдән ашыу кешенән һәм 1 меңдән ашыу берәмек техниканан торған көстәр һәм средстволар йәлеп итеү тәртибен билдәләй. Хәл-торошто даими баһалау космос мониторингы системаһы, “Урман һаҡсыһы” системаһының видеокамералары, шулай уҡ КА-32 янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты ярҙамында үткәрелә.
Янғын хәүефе миҙгеленә әҙерлекте нығытыу өсөн профессиональ янғын һүндереүселәр өсөн өс янғын һүндереү автоцистернаһы һатып алына һәм ирекмәндәргә 11 берәмек прицеп техникаһы тапшырыла. Шулай уҡ 1,5 мең янғын һүндереүсе һәм 1 мең литрға тиклем һыйҙырышлы 18 күсмә янғын һүндереү резервуары әҙерләнә, уларҙы янғынға ҡаршы хеҙмәт подразделениеларына бүлеп бирәләр.
Ирекмәндәр әҙерләүгә айырыуса иғтибар бүленә. Улар өсөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы һәм Йәштәр сәйәсәте министрлығы менән берлектә ландшафт янғындарын һүндереүгә өйрәтеү программаһын әҙерләгәндәр, уны ике меңдән ашыу кеше үҙләштергән.
Башҡортостан Башлығы төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты коллективына башҡарған эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Коллегаларығыҙға ҙур рәхмәт белдерегеҙ. Киләһе миҙгелгә әҙерләнә башлайбыҙ, – тине ул.
Республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда 2025 йыл башынан 76 гектар майҙанда 20 урман янғыны теркәлгән – был 3 372 гектар майҙанда ҡаралған максимумдан 44 тапҡырға кәмерәк.
Урман фонды биләмәһендә янғын хәүефе миҙгеле 3 апрелдән асылды. Әүҙемлектең иң юғары нөктәһе яҙғы осорға тура килә – бөтә янғындарҙың 40 проценты. Иң күп урман янғындары Урал аръяғында, Йылайыр һәм Бөрйән райондары биләмәһендә теркәлгән.
Министр билдәләүенсә, бөтә янғындар тәүлек эсендә һүндерелгән. Бындай оперативлыҡҡа янғын хәүефен контролдә тотоу буйынса көсәйтелгән эш, заманса техника индереү һәм даими иҫкәртеү саралары арҡаһында өлгәшелә. Атап әйткәндә, быйыл “Урман һаҡсыһы” системаһының 22 камераһы ярҙамында урман зоналарының видеомониторингы сифаты яҡшырҙы.
“Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты республиканың урман янғын һүндереү формированиеларының мөмкинлектәрен киңәйтергә ярҙам иткән – 2025 йылда 40 берәмек урман-патруль техникаһы һатып алынған.
Ә “Пилотһыҙ авиация системалары” милли проекты сиктәрендә урмандарҙың торошон өҙлөкһөҙ контролдә тотоу өсөн 18 “Геоскан 801” пилотһыҙ аппарат комплексын тәьмин итә. 2026 йылға урмандарҙа тағы ла 35-40 камера ҡуйыу планлаштырыла. Башҡортостан Башлығы урман һаҡлау һәм янғын һүндереү хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе.
– Быйыл һауа торошо ҡулай булды, ямғырҙар яуҙы. Һөҙөмтәләр яҡшы, әммә алда яңы миҙгел, алдан әҙерләнәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең “Урман һаҡсыһы” системаһы 10 камеранан башланды, ә хәҙер ул ҙур территорияла бик яҡшы эшләй.
Фото: Башҡортостарн Башлығы сайты.