

Тәҙрә төбөндә оло ҡатын кәүҙәһен тапҡандар. Ул бик бейектән осоп төшөп үлгән.
Фажиғә Өфөнөң Рәсәй урамындағы бер йорт янында булған. “Видеодозор” телеграм каналында хәбәр ителеүенсә, пенсионер ҡатын төрлө фатир хужаларына тыштан шылтыратып, асҡысын юғалтыуын әйтеп, ишекте асыуҙарын үтенгән.
Тиҙҙән уға кемдер асҡан, һәм күп тә тормай әлеге үлемесле фажиғәгә шаһит булғандар – уның кәүҙәһен ерҙә тәҙрә төбөндә тапҡандар. Иң беренсе күреп ҡалған үткенсе ҡатын ҡурҡып ҡысҡырып ебәргән һәм урындағы кешеләрҙе ярҙамға саҡырған.
Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡсылары ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлай...
Фото: https://fotobank02.ru/военные/569-полицейский-автомобиль.html Олеся Вильданова.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!