Хәүефһеҙлек
28 Октябрь 2025, 15:25

Саманы белергә кәрәк

Башҡортостанда 30 октябрҙә “Һинең үлсәмең - 0 промилле” социаль кампанияһы башлана.

Саманы белергә кәрәкСаманы белергә кәрәк
Саманы белергә кәрәк

Өфөлә иҫерек килеш транспорт саралары менән идара итеүҙе иҫкәртеүгә арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Сараның төп ваҡиғаһы булып “Һинең үлсәмең – 0 промилле” масштаблы социаль кампанияһының презентацияһы булды. Сара “Бергә эсемлектәр” компанияһы (“АБ ИнБев Эфес” акционерҙар йәмғиәте) ойошторған Бөтә Рәсәй “Яуаплылыҡ” акцияһы сиктәрендә үтә.

Проекттың төп йүнәлештәренең береһе булып “Һинең үлсәмең - 0 промилле” мәғариф-ағартыу кампанияһы сиктәрендә иҫерек водителдәр ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм уларҙың һанын кәметеү тора. Акция автомәктәптәр өсөн уҡыу модулдәрен әҙерләүҙе, водителдәр өсөн төбәк әүҙемлектәрен үткәреүҙе, компанияның 11 төбәгендә эксперт түңәрәк өҫтәлдәрен ойоштороуҙы күҙ уңында тота.

Икенсе йүнәлеш – “Саманы белергә кәрәк” – дөйөм алғанда алкоголде яуаплы ҡулланыу мәҙәниәтен үҫтереү буйынса мәғлүмәт-ағартыу кампанияһы.

Сарала республиканың төп ведомстволары вәкилдәре – БР буйынса Эске эштәр министрлығының Дәүләт автоинспекцияһы, БР Мәғариф министрлығы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Роспотребнадзор, ДОСААФ, эшҡыуарлыҡ һәм йәмәғәт ойошмалары ҡатнашты.

– 2025 йылдың туғыҙ айында республикала иҫерек водителдәр ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғалары 16,3 процентҡа, ә яраланғандар һаны 23,5 процентҡа кәмегән. Һис шикһеҙ, күрһәткестәрҙең түбәнәйеүе — беҙҙең дөйөм эш һөҙөмтәһе, әммә тынысланырға иртәрәк. Һәр шундай юл-транспорт ваҡиғаһы – ул фажиғә, уны булдырмаҫҡа мөмкин һәм кәрәк. Шуға күрә иҫерек килеш машина йөрөтөүҙе иҫкәртеү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелә. Водителдең тәртибе йәмғиәттең хоҡуҡ аңына туранан-тура бәйле, һуңғы йылдарҙа ул һиҙелерлек арта. Сәбәптәрҙең береһе – Дәүләт автоинспекцияһының әүҙем мәғрифәтселек эше, юлдарҙа алкоголь ҡулланыу менән бәйле хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында халыҡтан килгән мәғлүмәттәр һаны артҡан, – тип белдерҙе республиканың Дәүләт автоинспекцияһы начальнигы Владимир Севастьянов.

Өфөләге “Бергә эсемлектәр” филиалының башҡарма директоры Аделина Кузьмина “Һинең үлсәмең - 0 промилле” кампанияһы тураһында ентекләп һөйләп үтте. Проект Рәсәйҙең 11 төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда тормошҡа ашырылған “Яуаплылыҡ” компанияһының стратегик программаһының бер өлөшө булып тора һәм яуаплы йөрөтөү мәҙәниәтен формалаштырыуға йүнәлтелгән, тип билдәләне ул.

– Беҙ “рөхсәт ителгән норма” тураһында бәхәстәрҙән принципиаль рәүештә ситкә китәбеҙ: руль артындағы кеше өсөн берҙән-бер хәүефһеҙ алкоголь дозаһы – нуль промилле. Тап ошо принцип беҙҙең эшмәкәрлектең нигеҙендә ята — автомәктәптәр өсөн белем биреү модулдәренән алып юлдарҙағы күләмле арт-объекттарға тиклем, — тип белдерҙе Аделина Кузьмина.

Башҡортостан Республикаһында 30 октябрҙә “Һинең үлсәмең - 0 промилле” социаль кампанияһы башлана.

Кесе йома уҡ уҡытыу модулдәре “Вектор” автомәктәбендә уҙғарыла, ә интерактивтар менән ошо ял көндәрендә “Ғаилә” телерадиокомпанияһында танышырға мөмкин. Кампания сиктәрендә водителдәр өсөн интерактив саралар, автомәктәптәрҙә тематик фильм күрһәтеү һәм күләмле мәғлүмәт эше планлаштырылған.

Рәмилә МУСИНА фотолары.

Саманы белергә кәрәк
Саманы белергә кәрәк
Саманы белергә кәрәк
Саманы белергә кәрәк
Саманы белергә кәрәк
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас