Хәүефһеҙлек
29 Октябрь 2025, 14:35

Бер яңылыш аҙым менән яҙмышты һыҙып ташларға мөмкин

Бер ниндәй осраҡта ла документтарығыҙҙы мессенджерҙарға, хатта атай-әсәйҙәр чаттарына ебәрмәгеҙ.

Бер яңылыш аҙым менән яҙмышты һыҙып ташларға мөмкинБер яңылыш аҙым менән яҙмышты һыҙып ташларға мөмкин
Бер яңылыш аҙым менән яҙмышты һыҙып ташларға мөмкин

Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре Роскомнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы һәм Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы вәкилдәре менән иҫкәртеү сараларына бағышланған семинарҙа ҡатнашты.

Семинарҙың беренсе блогы киң мәғлүмәт сараларын экстремистик эшмәкәрлек өсөн ҡулланыуға юл ҡуймау һәм милли, дини билдәләре буйынса кешелек дәрәжәһен дискриминациялаусы йәки кәмһетеүсе мәғлүмәт таратыу мәсьәләһенә арналды. Роскомнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү бүлеге начальнигы Рәфисә Шәйхисламова баҫмаларҙа экстремизм һәм терроризм темаларын яҡтыртыуҙы боҙған өсөн яуаплылыҡ, штрафтарҙың хатта ун миллион һумға етеүе ихтималлығы хаҡында һөйләне.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге начальнигы, полиция полковнигы Максим Родионов билдәләүенсә, мессенджерҙарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә таратылған мәғлүмәтте ентекле тикшерергә, ышаныслы сығанаҡтарға ғына таянырға, ялған һәм имеш-мимеш таратмаҫҡа кәрәк. Ул бәлиғ булмағандарҙың экстремистарҙың ауына эләгеүе хәүефе ҙур булыуы, мәҫәлән, эш эҙләгәндә ялған иғландарға ышанып, уларҙың ауына эләгеүе, тураһында ла һөйләне. Бында үҫмерҙәр, йәштәр курьер йәки төргәкте йәшереүсе булып эшләргә, шулай уҡ деструктив эшмәкәрлеккә, диверсияға һәм дропперлыҡҡа ризалашып, енәйәт юлына баҫыуы ихтимал.

– Бер яңылыш аҙым менән яҙмышты һыҙып ташларға мөмкин. Бынан тыш, үҫмерҙәр паспорт мәғлүмәттәренең әһәмиәтен тулыһынса баһаламай, ә мутлашыусылар өсөн шәхси мәғлүмәттәр – хазина. Бер ниндәй осраҡта ла документтарығыҙҙы мессенджерҙарға, хатта атай-әсәйҙәр чаттарына ебәрмәгеҙ. Был мөмкинлекте мутлашыусылар файҙалана ала, – тип иҫкәртте Максим Родионов.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Экстремизмға ҡаршы көрәш үҙәге бүлексәһе начальнигы Сергей Бочкарев сим-карталарҙы, социаль селтәрҙәрҙә теркәлеү өсөн мәғлүмәттәрҙе, банк карталарын башҡа кешеләргә тапшырыуҙы тыйыу, БПЛА-ның килеүе тураһында роликтар таратыу өсөн яуаплылыҡ хаҡында иҫкә төшөрҙө. Журналистарҙы иҫкәртеү акцияларында ҡатнашырға, шулай уҡ балаларҙың гаджеттарын күҙәтергә, уларҙың кем менән аралашыуы менән ҡыҙыҡһынырға саҡырҙы.

Семинарҙың икенсе блогында Рәфисә Шәйхисламова һәм Роскомнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының киң коммуникациялар өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты Ольга Князева сит ил агенттары һәм улар төҙөгән материалдар һәм хәбәрҙәр, шулай уҡ билдәләнгән ҡағиҙәләрҙе боҙған осраҡта санкциялар һәм штрафтар тураһында материалдар яҙғанда ҡануниәт талаптарын үтәү мәсьәләләренә туҡталды.

Традицион булмаған енси мөнәсәбәттәрҙе, уларҙағы өҫтөнлөктәрҙе пропагандалауҙы тыйыу тураһында ентекле һөйләнеләр.

Үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары, наркотиктар һәм дарыуҙар, шулай уҡ бәлиғ булмағандарға ҡарата енәйәттәрҙе яҡтыртыуҙа законды боҙмау тураһында иҫкә төшөрҙөләр.

Журналистар спикерҙарға балалар, башҡа агенттар, наркотиктар һәм башҡа материалдар яҙғанда шәхси мәғлүмәттәргә ҡағылышлы һорауҙар бирҙе.

Ғөмүмән, бөгөн социаль селтәрҙәр бер яҡтан мәғлүмәт алыу һәм таратыу өсөн уңайлы сара булһа, икенсе яҡтан, уны дошмандар, енәйәтселәр халыҡтың аңын томалау, яҙыҡ юлдан алып китеү ҡоралы итеп файҙалана. Шуға күрә лә уяу булырға кәрәк.

Фото: Олег Яровиков / “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Бер яңылыш аҙым менән яҙмышты һыҙып ташларға мөмкин
Бер яңылыш аҙым менән яҙмышты һыҙып ташларға мөмкин
Бер яңылыш аҙым менән яҙмышты һыҙып ташларға мөмкин
Бер яңылыш аҙым менән яҙмышты һыҙып ташларға мөмкин
Бер яңылыш аҙым менән яҙмышты һыҙып ташларға мөмкин
Бер яңылыш аҙым менән яҙмышты һыҙып ташларға мөмкин
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас