Хәүефһеҙлек
29 Октябрь 2025, 05:00

Төркиәләге ял яҡташыбыҙ өсөн бәләгә әүерелгән

Башҡортостан кешеһенең муйыны һынған һәм операция өҫтәленә ятырға тура килгән...

Төркиәләге ял яҡташыбыҙ өсөн бәләгә әүерелгәнТөркиәләге ял яҡташыбыҙ өсөн бәләгә әүерелгән
Төркиәләге ял яҡташыбыҙ өсөн бәләгә әүерелгән

Айҙар ғаиләһе менән Антальяға ял итергә килгән һәм тәүге көндә үк балалары менән аквапаркка барған. Ир һыу “тауҙары”нда уңышһыҙ шыуып килеп төшкән һәм ауыр йәрәхәт алған. Туристың муйыны һынған һәм операция өҫтәленә ятырға тура килгән.

Әле Стәрлетамаҡ кешеһе дауаханала, уның хәле тотороҡланған. Туғандары уны Өфөгә алып килеүҙе ойошторорға тырыша.

Ҡайҙа ғына барһағыҙ ҙа, хәүефһеҙлек сараларын инҡар итмәгеҙ, ялығыҙ оло бәләгә йәки фажиғәгә әйләнмәһен.

Сығанаҡ һәм фото: Телеграм.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Карима Усманова
Читайте нас