Хәүефһеҙлек
30 Октябрь 2025, 13:30

Атаһы дүртенсе ҡаттан ырғытҡайны...

Өс йәшлек ҡыҙыҡайҙың хәле нисек? Табиптар нимә ти? Сайтта уҡығыҙ:   

Атаһы дүртенсе ҡаттан ырғытҡайны...Атаһы дүртенсе ҡаттан ырғытҡайны...
Атаһы дүртенсе ҡаттан ырғытҡайны...

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 9 октябрҙә Өфө ҡалаһының бер фатирында 34 йәшлек ир өйҙәге әйберҙәр менән өс йәшлек ҡыҙын да дүртенсе ҡаттан балкон аша ырғыта. Был ваҡытта әсәһе өлкән балаһы менән Калининградта дауаланыу үтә. Ныҡ зыянлаған ҡыҙыҡайҙы шунда уҡ дауаханаға оҙаталар, хәле бик ауыр була. Реанимациянан тура Мәскәүҙәге Рәсәй балалар клиник дауаханаһына ебәрәләр.

Ҡыҙға бер нисә операция яһала, әле ул  реанимация һәм интенсив терапия бүлегенән күсерелгән һәм нейрохирургия бүлегендә дауаланыуын дауам итә. Бүлек етәксеһе Валентин Пальм белдереүенсә, бала хәҙер үҙаллы тын ала һәм ашай, аҡрынлап аяҡ һәм ҡулдары хәрәкәт итә башлаған. Кескәй пациенттың һаулығы торошон тотош табиптар командаһы күҙәтә.

Ата кеше ҡулға алынған, әле ул СИЗО-ла, унда ике ай ваҡытын уҙғарасаҡ.

Фото: телеграм

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Карима Усманова
Читайте нас