

‼️Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, бөгөн 17.30 сәғәттән Өфө - Инйәр - Белорет юлының 67-сенән 222-се километрына тиклем (Архангел һәм Белорет райондары) бөтә төр транспорт сараһы өсөн хәрәкәт сикләнә.
Сикләү һауа торошоноң насарайыуы - көслө ҡар яуыуы, юлдарҙы боҙлауыҡ ҡаплауы һәм күреүҙең сикләнеүе сәбәпле индерелгән.
❗Ул 21.00 сәғәткә тиклем ғәмәлдә.
Яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ!
Фото: Башинформ.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ.