Хәүефһеҙлек
6 Ноябрь 2025, 13:30

Бер аҙна ҡыҙының мәйете менән бергә йәшәгән....

Үлтерелгән ҡыҙҙың атаһы ла табыла. Уға булған хәл тураһында хәбәр итәләр, әммә...

Бер аҙна ҡыҙының мәйете менән бергә йәшәгән....Бер аҙна ҡыҙының мәйете менән бергә йәшәгән....
Бер аҙна ҡыҙының мәйете менән бергә йәшәгән....

Силәбелә ҡыҙын үлтереүҙә шик булған әсә баланың диванда йәшерелгән кәүҙәһе менән бер аҙнанан кәм булмаған ваҡыт йәшәгән. Был хаҡта “RT” баҫмаһы хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанағына һылтанып хәбәр итә. Ҡулға алынған Учалыла йәшәүсе әсә үҙ ғәйебен танымауын дауам итә. Ваҡыт-ваҡыт уның истерикаһы башлана, ул йыш ҡына балаһының үлеме сәбәпле илай, әммә башҡа ғәйеплеләрҙе күрһәтмәй.

Сабыйҙың кәүҙәһен целлофан ҡара пакетҡа төрөп ҡуйғандар. Хоҡуҡ һаҡлаусылар фатирҙа башҡа ҡан эҙҙәре тапмаған. Суд-медицина эксперттары баланың мәйет табылғанға тиклем ун көн алда үлтерелеүен асыҡлай. Әлегә булған хәлдең аныҡ картинаһы юҡ.

Ҡатынды Учалыла иҫерек килеш тотҡандар. Унан ул биш йәшлек ҡыҙы менән Силәбегә бер ай самаһы элек килгән. Уның бурыстары күп тиҙәр: ул таныштарынан аҡса алған. Силәбегә массаж һәм маникюр яһап аҡса эшләргә килгән. Үлтерелгән ҡыҙҙың атаһы ла табыла. Уға булған хәл тураһында хәбәр итәләр, әммә әлегә ул быға ҡыҙыҡһыныу күрһәтмәй.

Силәбе суды ҡатынды 3 ғинуарға тиклем һаҡ аҫтына алған, тикшереү эше дауам итә.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас