Хәүефһеҙлек
6 Ноябрь 2025, 14:15

Юлда - тағы фажиғә...

Егет атаһы менән баш ҡалаға юлланған була

Юлда - тағы фажиғә...Юлда - тағы фажиғә...
Юлда - тағы фажиғә...

Бөгөн Ира – Магнитогорск трассаһының 260-сы километрында – Кинйәбулат ауылы янында фажиғәле авария теркәлде.

“Лада Гранта” автомобиле менән “Volvo” йөк машинаһы бәрелешеүе һөҙөмтәһендә ике кеше ауыр йәрәхәтләнгән.

Береһе алған йәрәхәттәрҙән һәләк булған. Билдәле булыуынса, еңел автомобиль водителе атаһы менән Хәйбулланан Өфөгә юлланған булған.

Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.

Юлдарҙа һаҡ булыуығыҙ һорала. Тиҙлек режимын арттырмағыҙ, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгеҙ!

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас