

Башҡортостанға Лабода күленә балыҡҡа килгән Пермь кешеһе кәмәһе менән әйләнеп һыуға ҡолап төшөп юҡ булғайны. Уны водолаздар ошоға тиклем эҙләне. Һәм, ниһайәт, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары бишенсе көн тигәнда һыу төбөндә табып, кәүҙәһен ярға сығарған.
Фажиғә 3 ноябрҙә була. Ике ир төндә балыҡ тоторға килә. Береһе һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кәмә ситенә баҫа, ул әйләнеп, икеһе лә һыуға осоп төшә. Ирҙәрҙең береһе үҙаллы сығып, ҡотҡарыусылар саҡыра.
Ошондай фажиғәгә бәйле ҡотҡарыусылар республика халҡын һәм ҡунактарҙы һыу ятҡылыҡтары янында үтә һаҡ булырға һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!