Хәүефһеҙлек
8 Ноябрь 2025, 15:00

Алдағы көндәрҙә һауа торошона әҙер булығыҙ

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан иҫкәртеү килде.

Алдағы көндәрҙә һауа торошона әҙер булығыҙАлдағы көндәрҙә һауа торошона әҙер булығыҙ
Алдағы көндәрҙә һауа торошона әҙер булығыҙ

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Төндә көслө ямғыр һәм епшек ҡар яуасаҡ, урыны менән сымдарҙы һәм ағастарҙы ҡар һырып аласаҡ, ямғыр ҡатыш боҙ яуасаҡ.

Көндөҙ яуым-төшөм кәмейәсәк. Юлдарҙа боҙлауыҡ хасил буласаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төньяҡ-көнбайышҡа күсеүсән, секундына 8-13 метр тиҙлектә иҫәсәк, көсәйгәндә - 18 метрға тиклем. Төндә температура -2, +3 градус, көндөҙ 0, +5 градус.

Төндә юлдарҙа күреү мөмкинлеге насарая, күрһәткес бер-ике километр тәшкил итәсәк, төндә һәм иртән томан буласаҡ, шуға ла күреү мөмкинлеге 500 метрға тиклем буласаҡ.

Иғтибар:

✔️ юлдарҙа һаҡ булығыҙ, боҙлауыҡтан һаҡланығыҙ;
✔️ һауа торошо фараздарын һәм иҫкәртеүҙәрҙе күҙәтеп тороғыҙ;
✔️ күреү мөмкинлеге түбән булған шарттарҙа иғтибарҙы юғалтмағыҙ.

Ашығыс хеҙмәт телефоны: 112.

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

✅ Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас