

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы хәбәр итеүенсә, кисә Дим районында Ғилев урамындағы шәхси йорт янып киткән. "Ҡыҙыл әтәс" йортто һәм төкәтмәне ялмап өлгөргән. Янғын һүндереүселәр 65 йәшлек йорт хужаһының кәүҙәһен тапҡан.
Янғынға ут менән һаҡһыҙ эш итеү сәбәпсе булыуы ихтимал. Янғынды Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе тикшерә, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Һыуыҡтар башланыу менән күп йорттарҙа йылытҡыстар ҡуйыла. Был осраҡта уны яндырып китмәгеҙ, өҫтөнә кейем һалмағыҙ. Ут һаҡһыҙлыҡты ғәфү итмәй.
Фото: "Башинформ".