Хәүефһеҙлек
12 Ноябрь 2025, 10:00

Мысырҙа Рәсәй туристары бәләгә осраған

Бер кеше һәләк булған, 14 турист дауаханаға оҙатылған

Мысырҙа Рәсәй туристары бәләгә осрағанМысырҙа Рәсәй туристары бәләгә осраған
Мысырҙа Рәсәй туристары бәләгә осраған

Һуңғы ваҡытта Рәсәй туристарының сит илдәргә ялға барғанда, юл - транспорт ваҡиғаһына юлығыуы йышая башланы. Ошо көндәрҙә Мысырҙың Хургада ҡалаһында йәнә бәхетһеҙ осраҡ теркәлеүе билдәле булды. 

Туристар тейәлгән автобус Хургаданан Ҡаһирә ҡалаһына китеп барғанда, йөк машинаһы автобусҡа бәрелгән. Һөҙөмтәлә Рәсәй туристарының береһе һәләк була, 14 -е дауаханаға оҙатыла. Шулай уҡ автобус водителенең дә вафат булыуы хәбәр ителә.

Сит илдә ял итергә барған туристарға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итмәҫкә саҡырабыҙ, үҙегеҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. 

Фото: телеграм

Автор:Карима Усманова
Читайте нас