

Өфөнән 65 йәшлек Рәфис Хәлимйән улы Мырҙаҡовты эҙләйҙәр.
"ЛизаАлерт" отряды мәғлүмәте буйынса, ирҙе 28 октябрҙән бирле эҙләйҙәр.
Билдәләре: буйы 165 см, ҡаҡса кәүҙәле, сал сәсле, һоро күҙле. Өҫтөнә асыҡ һор дубленка, күк кофта кейгән, аяғында - ҡара ботинка.
Бынан алда ла - 2023 йылдың декабрендә юғалып, иҫән-һау табылғайны ул.
Уның тураһында мәғлүмәт белеүселәр булһа, 8-800-700-54-52 йәки 112 һандарына шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: "ЛизаАлерт".
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!