

Вилли, йырсы Вилдан Шәмсетдинов, ошо көндәрҙә юл-транспорт ваҡиғаһына эләккән. Йырсы әйтеүенсә, йәйәүлеләр юлы аша сығып барған кешегә юл бирергә тип туҡтаған һәм арттан килгән машина, тормозға баҫып өлгөрә алмай, уға килеп бәрелгән. Вилдандың машинаһына артыҡ зыян килмәгән, ә бына "Мазда"ның хәле бик яҡшынан түгел - йүнәтергә тура киләсәк.
Ике водитель үҙ-ара һөйләшеп, килешкән. "Юлда йөрөгәндә төрлө хәлдәр була. Икебеҙ ҙә тыныс ҡына үҙ юлыбыҙ менән китеп барҙыҡ", тип яҙған Вилли үҙ сәхифәһендә.
Әйткәндәй, кемдәр белмәй, Вилли - Гөлназ Асаеваның ире.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ!
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Фото: "Интертат"