Хәүефһеҙлек
16 Ноябрь 2025, 05:30

Аҙна башынан алып юҡ

42 йәшлек ҡатын - Сибайҙан.

Аҙна башынан алып юҡАҙна башынан алып юҡ
Аҙна башынан алып юҡ

42 йәшлек Сәкинә Байсоғорова (Сәйетҡолова) биш көн элек, аҙна башында юғалған. Был хаҡта “Лиза Алерт Башҡортостан” эҙәрмәндәр отряды әүҙемселәре һөйләне.

Ирекмәндәр хәбәр итеүенсә, ҡатын 10 ноябрҙә Сибайҙағы өйөнән сығып киткән, уның ҡайҙалығы әлегә тиклем билдәһеҙ.

Юғалған ҡатындың билдәләре: буйы 165 сантиметр, ябыҡ кәүҙәле, ҡара сәсле һәм һоро күҙле. Ҡара-зәңгәр куртка һәм джинсы кейгән.

“Лиза Алерт Башҡортостан” ирекмәндәре юғалған ҡатындың ҡайҙалығын белгән һәр кемдән 8 (800) 700-54-52 йәки 112 телефоны буйынса мөрәжәғәт итеүҙәрен һорай. Шулай уҡ активистар үҙҙәренең баҫмаһында эҙләүҙә ирекмәндәрҙең ярҙамы кәрәклеген билдәләй.

Фото: "Лиза Алерт".

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас