

14 ноябрҙә Башҡортостандың Үрге Тәтешле ауылында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Был хаҡта Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов хәбәр итте.
Гагарин урамында автомобиль 36 йәшлек ҡатынды һәм уның 16 йәшлек ҡыҙын бәрҙергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатын һәләк булған, мәктәп уҡыусыһы йәрәхәтләнгән килеш дауаханаға оҙатылған.
Шәйхисламов һәләк булған ҡатындың туғандарына һәм яҡындарына ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе һәм зыян күргән ҡыҙының тиҙерәк һауығыуын теләне.
Ваҡиға факты буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү үткәрә, булған хәлдең бөтә шарттары асыҡлана.
Хакимиәт башлығы район халҡына мөрәжәғәт итеп, ҡыҫҡа көҙгө көндәр һәм иртә ҡараңғылыҡ юғары уяулыҡ талап итә, тип билдәләне. Ул водителдәрҙе ҡараңғы ваҡытта руль артында айырыуса иғтибарлы булырға, ә йәйәүлеләрҙе кейемдә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтар ҡулланырға саҡырҙы.
- Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, юлдарҙа бер-берегеҙгә иғтибарлы булығыҙ! – тип яҙҙы Фәнүр Шәйхисламов.
Фото: Фәнүр Шәйхисламовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!