Хәүефһеҙлек
17 Ноябрь 2025, 13:45

Ирҙе үлек көйөнсә тапҡандар

Фажиғә һаҡһыҙлыҡ арҡаһында килеп сыҡҡан...

Ирҙе үлек көйөнсә тапҡандарИрҙе үлек көйөнсә тапҡандар
Ирҙе үлек көйөнсә тапҡандар

Нефтекама ҡалаһында бер бүлмәле фатирҙағы аш бүлмәһендә янғын сыға. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы янғын һүндереүселәре утты һүндергән саҡта 69 йәшлек ирҙең кәүҙәһен тапҡан. Ваҡиға урынында ведомствоның тәүтикшереүсеһе эшләй.

Яҡынса фараз буйынса, янғындың сәбәбе – һәләк булған ир тәмәке тартҡанда һаҡһыҙ булған.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:

  • түшәктә тәмәке тартмағыҙ һәм һүндерелмәгән тәмәке ҡалдырмағыҙ;
  • электр селтәрҙәренә артыҡ көсөргәнеш төшөрмәгеҙ;
  • өйҙә янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡоролма ҡуйығыҙ.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Ирҙе үлек көйөнсә тапҡандар
Ирҙе үлек көйөнсә тапҡандар
Ирҙе үлек көйөнсә тапҡандар
Ирҙе үлек көйөнсә тапҡандар
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас