Хәүефһеҙлек
19 Ноябрь 2025, 19:55

Кисә ошо бала юғалған, күрмәнегеҙме?

Өйөнә лә ҡайтмаған, бәйләнешкә лә сыҡмай... 

Кисә ошо бала юғалған, күрмәнегеҙме?Кисә ошо бала юғалған, күрмәнегеҙме?
Кисә ошо бала юғалған, күрмәнегеҙме?

Өфөлә Арина Григорьева исемле ҡыҙ юғалған. 13 йәшлек ҡыҙҙың юғалыуы тураһында “БашРегионСпас” ирекмәндәре социаль селтәрҙә хәбәр итте.

Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, ҡыҙ кисә, 19 ноябрҙә, өйөнән сығып киткән, әммә әйләнеп ҡайтмаған. Үҫмер бәйләнешкә лә сыҡмай.

Билдәләре: буйы 164 см, уртаса кәүҙәле, аҡһыл-көрән сәсле, көрән күҙле.

Ул көрән капюшонлы һәм көрән кеҫәле аҡ блузка, ҡара салбар, аҡ кроссовкалар кейгән.

Әгәр һеҙ ҡыҙҙың ҡайҙалығын белһәгеҙ, 112 йәки 8-937-2-102-112 номерҙары буйынса шылтыратыуығыҙҙы һорайҙар.

Фото: "БашРегионСпас"

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас