

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлеге хәбәрһеҙ юғалған Вәкил Әбүбәкер улы Мансуровты эҙләй. Олокүл ауылында йәшәүсе 1965 йылғы ир ошо йылдың октябрендә сығып киткән дә әлегәсә уның ҡайҙалығы билдәһеҙ ҡала.
Иргә 60-65 йәш бирерлек, буйы 175 см, уртаса кәүҙәле, ҡара сәсле, ҡара мыйыҡлы, һор күҙле, һул ҡул суғында сит телдә һүҙҙәр яҙылған, якорь һүрәте төшөрөлгән, һул ҡулының бармаҡтарында - “196” татуировкаһы.
Кем дә булһа, уның тураһында берәй мәғлүмәт белһә, полицияға – Ҡырмыҫҡалы районы буйынса дежур часҡа - 8(34765) 2-12-02, 2-10-83, БР буйынса Эске эштәр министрлығының дежур часына – 8(347) 279-39-02, ышаныс телефонына – 8(347)2-79-32-92, 8(999)741-37-11 йә 102 хәбәр итеүегеҙ һорала.
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001721020242
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!