+24 °С
Ямғыр


Әбйәлил районының Асҡар ауылы янындағы урманда ҡатын –ҡыҙ мәйете табылған. Полиция хәбәр итеүенсә, яҡынса мәҡлүмәттәр буйынса, ул былтыр юғалған 55 йәшлек ҡатындың мәйете булыуы ихтимал. Ҡатын 2024 йылдың 6 ноябрендә юғалған.Өйҙән сығып киткән дә, кире әйләнеп ҡайтмаған. Эҙләүгә эҙәрмән отрядтары һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары йәлеп ителгән.
Сығанаҡ һәм фото: “Абзелил” гәзите