Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең суд приставтары биш йәшлек малайҙы әсәһенә ҡайтарып биргән. Баланың атаһы яңы ғаиләһе менән уны алып Магнитогорскиҙа ҡуртымға алынған фатирҙа боҫоп ятҡан.
Белорет районынан булған ир баланы әсәһенә биреү тураһында суд ҡарарын һанға һуҡмағанлыҡтан федераль эҙләүгә бирелгән. Бер нисә айҙан ирҙең ҡайҙа йәшәүе билдәле була, уның фатирын оҙаҡ ваҡыт күҙәткәндән һуң хеҙмәткәрҙәр ирҙе урамда эләктергән. Был ваҡыт эсендә малайҙы балалар баҡсаһына ла йөрөтмәгәндәр, урамда ла уйнатмағандар, табиптарға ла күрһәтмәгәндәр.
Хәҙер малай әсәһе һәм ике оло апаһына менән, уға хәүеф янамай.
Фото: Ксения Калинина, архив "Башинформ".
⚡Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!