Хәүефһеҙлек
1 Декабрь 2025, 10:15

Уҡыусы мутлашыусыларға 12,5 миллион һум аҡса биргән

Был осраҡ буйынса айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Уҡыусы мутлашыусыларға 12,5 миллион һум аҡса биргәнУҡыусы мутлашыусыларға 12,5 миллион һум аҡса биргән
Уҡыусы мутлашыусыларға 12,5 миллион һум аҡса биргән

Өфөлә йәшәгән уҡыусы мутлашыусыларға 12,5 миллион һум аҡса биргән.

Мәғлүм булыуынса, тәүҙә X класс уҡыусыһына ”курьер” шылтыратып, СМС-хәбәрҙән кодты һорап ала. Һуңынан финмониторинг һәм Федераль именлек хеҙмәтенең “ялған хеҙмәткәрҙәре” үҫмергә телефон аша ата-әсәһенең иҫәбенә ышаныс ҡағыҙы биргән мутлашыусы булыуын хәбәр итә. Уларҙың аҡсаһын һаҡлап ҡалыу һәм енәйәт эшенән ҡасыу өсөн егеткә һаҡлыҡтарын “һалым”ға тапшырырға ҡушалар.

Уҡыусы мутлашыусыларға ышана, өйҙәге бөтә аҡсаны йыя. Банкомат аша ул 867 мең һум аҡса күсерә, ә фатирҙа табылған сит ил валютаһын енәйәтселәрҙең аралашсыһына тапшыра. Һөҙөмтәлә унан 12,5 миллион һум аҡса алалар.

Был осраҡ буйынса айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған (159-сы статьяның 4-се өлөшө буйынса).

Фото: Башкирия Online.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас