Хәүефһеҙлек
3 Декабрь 2025, 15:45

Һыуҙан ике йәш кешене сығарғандар

Ҡараңғыла улар унда нисек барып эләккәндер?..

Һыуҙан ике йәш кешене сығарғандарҺыуҙан ике йәш кешене сығарғандар
Һыуҙан ике йәш кешене сығарғандар

Һыуҙан ике йәш кешене сығарғандар

Бөгөн киске 18.00-дә “Юность” бассейны тапҡырындағы Ағиҙел йылғаһында һыу эсендә ике кешене күреп,  Өфөнөң ҡотҡарыу хеҙмәтенә хәбәр иткәндәр.

Ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына бик тиҙ килеп етеп, был икәүҙе һыуҙан сығарған – улар 2007 йылғы ҡыҙ һәм 2008 йылғы егет булып сыҡҡан.

Ныҡ өшөгән йәштәрҙе тиҙ ярҙам бригадаһына тапшырғандар.

Хәл-ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.

Фото: видеонан скриншот. Өфө ҡалаһының граждандарҙы яҡлау идаралығы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас