+24 °С
Ямғыр


Бөгөн кис Иглин районында "Урал" М-5-тең 1492-се километрында авария теркәлгән. "Киа Спектра" рулендәге ҡатын-ҡыҙ водитель ремонт эштәре менән булышҡан экскаваторға бәрелгән.
"Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 37 йәшлек ҡатын тиҙ ярҙам килгәнсе үк һәләк булған. 41 йәшлек пассажиры төрлө йәрәхәттәр алған, ул дауаханаға оҙатылды", - тип хәбәр итәләр Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһында.
Ваҡиғаның сәбәптәре тикшерелә.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!