Хәүефһеҙлек
8 Декабрь 2025, 08:00

Дүрт йәшлек баланы ҡотҡара алмағандар

Бер автомобилдә ете кеше булған...

Дүрт йәшлек баланы ҡотҡара алмағандарДүрт йәшлек баланы ҡотҡара алмағандар
Дүрт йәшлек баланы ҡотҡара алмағандар

Кисә, 7 декабрҙә, Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлында көслө авария булыуы хаҡында хәбәр иткәйнек. Бөгөн ошо фажиғәле хәлгә ҡағылышлы өҫтәмә мәғлүмәттәр билдәле булды.

Инйәр ауылы янындағы аварияла ете кеше – бер ғаилә ултырған “Лада” автомобиле “Ман” йөк машинаһына бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә ғаилә башлығы – 40 йәшлек ир ваҡиға урынында һәләк булған. Өс баланы дауаханаға алып киткәндәр, ике балаһы менән әсәгә табиптар урында медицина ярҙамы күрһәткән.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ауыр хәлдә булған дүрт йәшлек бала дауаханала вафат булған. Тағы ла ике, өс, дүрт йәшлек бала Белорет район клиник дауаханаһында ҡала, ә әсәләре өс айлыҡ балаһы менән өйҙә дауалана.

Был ғаиләнең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Хөрмәтле водителдәр, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, юл-хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ – тыйылған урында ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ, тиҙлекте арттырмағыҙ!

Фото: БР Дәүләт автоинспекцияһынан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Дүрт йәшлек баланы ҡотҡара алмағандар
Дүрт йәшлек баланы ҡотҡара алмағандар
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас